Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

Краеведение

Ауылымдың ер-һыу атамалары

Кәзәташ ҡаяһы

Һәр төбәктең үҙ тарихы,тарихҡа бәйле ер-һыу атамалары була.Беҙҙәң ауылдың да күркәм урындары бихисап. Тәбиғәтебеҙҙең һәр мөйөшө ниндәйҙер ваҡиға шаһиты.

Ауылға килеүсе һәр кемде түбәһен зәңгәр болоттарға ашҡан Кәзәтәш ҡаршы ала.Ҡая таштарында тамырҙары ташҡа береккән йөҙйәшәр ҡарағайҙарҙы,мәғрур имәндәрҙе боронғо ҡәлғә именлеген һаҡлаусылар итеп күрәм. Борон йәйәүләп йөрөгәндә Кәзәтәшына килеп етеү оло юл ғазабының финишы булыр ине. Кәзәташтың иң бейек түбәһенә сая егеттәр байраҡ та мендереп ҡаҙай. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем киртләс ҡая таштарҙа кәзә –һарыҡ көтөүе кинәнә. Шуға ла Кәзәташ йә Кәзә ташы тип аталған был урын.

Үңер тауы

Мөһабәт Кәзәташҡа ауыл яғынан иркә генә итеп Үңер һыйынып ята. “Үңер” “тау бите” тигәнде аңлата (“Башҡорт теле һүҙлеге”, 1 том, 1999 й.). Унда бесәнлектәр йәйрәп ята. Иң беренселәрҙән булып Үңер бите ҡарҙан әрселә, шишмәләр, йырғанаҡтар йәһәтерәк яҙ йылыһы менән ярһыған Инйәргә ашыға.

Тау битендә йәйгеһен еләк –емеш өлгөрә, көҙөн аяҡ аҫтында һәр төрлө бәшмәктәр тулып ята.

Инйәр йылғаһы

Инйәр йылғаһы инде ауылды ике ярға бүлеп, тау-ҡаяларға бәрелеп, ҡылыларға айырылып, ҡултыҡтарға инеп, аралдар яһап, тыныс ҡына ағыуын белә. Тыныс тиһәң дә, тау йылғаһы бит ул. Яҙын ҡар ирегән мәлдәрҙә үҙ холҡон күрһәтеп алырға ла булдыра ул.

Йылға боҙҙары хәүеф-хәтәрһеҙ генә ағып киткәс, халыҡ иркен тын алып та өлгөрмәй, тау үҙәндәрендә, ҡуйы ҡара урмандарҙа ҡар ныҡлап иреп, Инйәргә төшә. Шул саҡта инде йәйгеһен тауыҡ кисерлек кенә булған йылғабыҙ ярҙан-ярға таша, ярһый, үрһәләнә, ажарлана.

Шул мәлгә яуым-төшөмдәр ҙә тура килһә инде, халыҡ шөбһәләнә башлай. Сөнки холҡон күрһәтеп алғаны бар Инйәрҙең. “Инйәр” “ даръя” мәғәнәһендә тип тә аңлаталар. Элек, имеш, әлеге ауыл урынында оло һыу булған. Кәзәташ та, Ҡыҙылташ та һыу аҫты рифтары булған, имеш, тиҙәр. Ләкин ундай белешмәләр тураһында уҡығаным юҡ, шулай ҙа был һүҙҙәрҙә күпмелер дөрөҫлөк барҙыр, тип ышанырға ҡала. Сөнки һуңғы бер нисә тиҫтә йылдарҙа ғына ла йылғала һыу кимәле күпкә кәмене.

Ҡыҙылташ ҡаяһы

Ғәбдөктөң һул яғында икенсе ҡомартҡыбыҙ – ғорур Ҡыҙылташ ҡалҡан шикелле ауылды ел-дауылдан, төрлө ғәрәсәттәрҙән һаҡлап тора. Ололарҙың хәтерләүҙәре буйынса, телдән-телгә, быуындан-быуынға ошондай легенда йөрөй. “Граждандар һуғышы мәлендә ауылда көслө алыш була. Ауыл уртаһында аҡтар ябай халыҡты ата, талай. Шул саҡта ҡыҙылдар ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы ҡаялағы таш тишектәренә, мәмейәләргә йәшерә. Шунан башлап ҡыҙыл ғәскәр хөрмәтенә Ҡыҙылташ тип атай башлайҙар. Ә 70-се йылдар тирәһендә малайҙар таш ҡыуышлыҡтарында буш гильзалар таба торғайны.

Мәлек тауы

Ҡыҙылташҡа һыйынып ҡына Мәлек тауы һуҙыла. Ғәрәсәтле Граждандар һуғышы йылдарында Мәлек тә күпте кисерә. Тап уның битендә һәм йылға үҙәнендә була ҡыйралыш.

Мәлек атамаһы ошо ерҙә төйәк итеүсенән ҡалған. Тау иң беренселәрҙән булып ҡарҙан әрселә. Уның бите төрлө еләк-емештәргә, шифалы үләндәргә бай. Хуш еҫле йүкә ағасы йәйгеһен бал менән ҡыуандыра, көҙгөһөн мал өсөн имән туйраһы, иртә көҙөн саған ағасы ут ҡыҙыл төҫкә инеп, күңелдәрҙе ҡанатландыра. Эргәнән генә Артылыш йылғаһынан килгән шишмәләр сылтырап аға. Мәлектең улы Мөхәмәтйән дә ошонда уҡ нигеҙ ҡора. Әлеге көндәрҙә лә Мәлек тауы итәгендә Мөхәмәтйәновтар йәшәй. Ялалетдиндең балалары Зиннур, Таһир,

Сәмсиямал хәҙер күптән мәрхүм булғандар, ә быуындар сылбыры шунда дауам ителә. Сәмсиямалдың берҙән-бер бөртөк улы Рәжәптең (мәрхүм) ғаиләһе, Зиннурҙың (мәрхүм) балалары Алмаз, Алик, Рифат, Илфат тау итәге буйлап йорттар төҙөнө. Мөхәмәтйәндән тыуған Ниғмәт, Ниғмәттең улы Шаймырҙан да,ҡустыһы Әхмәтйәндең улы Фанияз да нәҫел урынына тоғро булып, шунда йәшәп яталар.

Мәлек тураһында

Ауыл ике төрлө исемдә йөрөтөлә: докуметтарҙа, рәсми эш ҡағыҙҙарында – Ғәбдөк, ә халыҡ телендә Сысҡан тип йөрөтөлә. Сысҡан ауылы әлеге Кәрпесте ауылы янында булған. Урыҫ ауылы Александровка төҙөлгәс, башҡорттарҙы унан ҡыҫырыҡлайҙар. Халыҡтың бер өлөшө әлеге Ғәбдөккә, бер өлөшө Мәхмүт ауылына, ҡайһы берҙәре әлеге Ҡырмыҫҡалы районы Баҡсалы ауылына урынлаша, тип һөйләй риүәйәт. Ололар һөйләүе буйынса, был хәл 18-се быуат аҙағына тура килә. Ниндәйҙер илбаҫарҙар беҙҙән өҫтә йәшәгән бер утарҙы талай, яндыра. Шунда

Мәлик исемле берәү, ғаиләһе менән ҡасып ҡотола. Һал һаллап, Инйәр буйлап аға. Төнгөлөккә әлеге Ғәбдөк урынында туҡтай. Иртәнсәк яҡтырғас, төбәктең матурлығына хайран ҡала һәм шунда ҡалырға була. Улдары Ғәбдиғулла менән Сысҡанғол буй еткергәс, ситтән кәләш әйттереп, тормош көтәләр.

Француз яланы

Легенда буйынса, Мөхәмәтйән Маликов(Мәлектең улы) ауылдан 4-5 саҡрым алыҫлыҡта Артылыш тауы аша артылғанда, руда ятҡылыҡтарына осрай һәм уны күрһәтә. Асыҡ шахтала руда таба башлайҙар.(Тауҙы әле Рудник тауы тип йөрөтәләр.) Шахтала башлыса Ғәбдөк ауылы кешеләре эшләй. Эшләтеүсеһе француз капиталисы була. Юл бик матур, ныҡлы эшләнгән. Ике быуат ғүмер уҙһа ла, әле лә ныҡлы, юлдың ике яғынан ҡуйы урман, ә уртанан уҙған арба юлы тап-таҡыр. Күрәһең, аҫтан ныҡлы итеп таш түшәлгәндер. Ошо юлдан рудасылар ҡул арбаһы менән дә, ат арбаһы менән дә Инйәр йылғаһына руда ташыған. Һәм руданы һал менән йылға буйлап заводҡа тиклем ағыҙғандар. Завод иһә Ғәбдөк ауылынан 8-10 саҡрым аҫта төҙөлгән булған. Руда ташығанда юлда ҡазаға ла осрағандар: һал йә таш-ҡаяға бәрелеп онталып-ватылып, йә ауыр йөктән батып, тимер рудаһы һыу төбөнә китә. Ғәйепле тип һаналғандарға ҡамсы менән һуҡтырылыу ҡаралған. Халыҡ хәтерендә һаҡланыуынса, “…Руда тейәлгән һалды батырған өсөн, Илемғужаға 30 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырҙылар. Ул Ғәбдөк ауылы кешеһе ине.”

Завод торған урынды хәҙер Француз яланы тип йөрөтәләр. Ғәбдөктәр унда бесән әҙерләй, еләк-емеш, сәтләүек, алма йыя. Үҙ-ара мәрәкәләп “Францияға барҙым, Франциянан киләм” тип һөйләшәләр. Тәрән соҡоҙарҙан аҡбалсыҡ та алалар, ул мейес аҡларға бик яҡшы сифатлы, май кеүек яғылып ҡына тора. Кальций етешмәүселәр хатта уны бик тәмләп ҡабып ашап та ҡуя, ошоғаса берәүгә лә кире йоғонтоһо булғаны юҡ. Француз яланында урыҫ зыяраты ҡалдыҡтары булыуы ла бында ҡасандыр тормоштоң геүләп тороуына дәлил.

Француз яланынан аҫтараҡ Яланҡас (Яланғас—диалект) тауы тора.Унда бер ниндәй ҙә ағас үҫмәй, исеме шунан сыҡҡан. Өҫтәрәк Сар ташы тигән урын бар. Сар ташының таштары көрәнһыу төҫтә, был таштар менән эш ҡоралдарын үткерләгәндәр.

Күликәү

Француздан алыҫ түгел, Күликәү яланы бар. Бик иркен был яланда ғәбдөктәр бесән әҙерләй. Элек унда завод управляющийы Куликов имениеһы булған, тиҙәр. Шул тирәлә үк Элина ултырышы бар. Элина кухарка булған.

Ырыҫҡол ҡаяһы (Урыҫ ҡол)

Был ҡая ауылдан 5-6 саҡрымда ята. Ҡулға алынған бер урыҫ кешеһен тау аша һаҡ менән алып китеп барғанда, ул ҡая таштан Инйәр йылғаһына ырғып ҡасҡан.Шул ваҡиғаға бәйле ҡая шулай аталып ҡалған.

20-се быуаттың 70-80-се йылдарында Белорет –Шишмә тимер юлы үткәндә, Ырыҫҡол ҡаяларын үтәнән-үтәгә тишеп,туннел төҙөлдө. Хәҙер күпселек йәш быуын телендә Туннел тауы булып йөрөй.

Рәсәйҙең бәләкәй генә бер башҡорт ауылында Рәсәй менән бәйле күпме тарих һаҡлана!

Ырыҫҡолдан аҫта Инйәр буйлап Йәмек, Бәләкәй Йәмек, Бәҙретдин осҡан теҙелешеп китә

Бәҙретдин осҡан

Был атама 1950-се йылдар тирәһенән йәшәй. Бәҙретдин бабай арбаһына ҡырын ятып бесәндән ҡайтып килгәндә ойоп киткән. Ат арбаһы юлдың кәлийәһенән ҡыйшайып, Бәҙретдин бабай һыу буйына тәгәрәгән. Был турала мәрәкә хәбәр таралып, шул текә яр Бәҙретдин осҡан булып ҡала.

Ҡарабалыҡлы

Ауылдың осонан уҡ башланған ялан Ҡарбалыҡлы тип йөрөтөлә. Яландың осонда ҙур ғына күл бар. Күл борон мул һыулы булған, ҡара балыҡ күпләп үрсегән, шуға Ҡара балыҡлы (Ҡарбалыҡлы) тип йөрөткәндәр. Халыҡ урмансылыҡ менән шөғөлләнгәс, күл һыуына һалабаш һала башлайҙар. Яйлап һыу бысрана, ҡара балыҡ та бөтә. Исеме генә һәм табан балығы ҡала. Аҡ һәм һары томбойоҡтары күл өҫтөндә тулҡынлана, ҡуйы ҡамыштары тәбиғәткә йәм бирә.

Ҡарбалыҡлынан өҫтә тимер юлы аша тау теҙмәләре: Мәлек, Уҫман баҫыуы, Бурама, Ороло ҡайын, Эшләнгән юл.

Мәлек тауының тотош асыҡ бите Уҫман бабайҙың бесәнлеге ине. Баҫыуҙа ҡайын еләге (ер еләге—диалект—земляника), тупар ( таш еләге—диалект-клубника) ишелеп уңа, бала-саға урлашып йыя торғайны. Хәҙер ул ерҙәр тотошлайы менән асыҡ.

Ауылымдың һәр төбәге, һәр баҫым еренең үҙенең тарихы бар. Йәш быуын сит ил тарихын, Ватан тарихын ғына өйрәнеп ҡалмаһын, бәләкәй Ватанының да үткәнен белеп үҫергә тейештер.