Перейти к содержанию Перейти к левой боковой панели Перейти в подвал

История села

История села — история народа

Расположена на реке Инзер (приток реки Малый Кизил) в 158 км к северо-западу от райцентра и 8 км к северо-западу от железнодорожной станции Зуяково. Основано башкирами Курпеч –Табынской волости Ногайской дороги на вотчинных землях башкир Катайской волости той же дороги под названием Сысканово, известно с 1740 годов, с конца 18 века (по имени помощника старшины катайской волости Габдюка Ногаева). Габдюково по р. Инзер в 1795 г. состояла из 13 дворов, в каждом из них проживало 3 человека. Один двор принадлежал тептярю. 200 жителей и 21 двор насчитывала деревня в 1859 г., в 1920 г. — 334 человека в 66 дворах. Летом жители кочевали на склонах горы Татлуй.

29 дворов со 196 жителями имели 160 лошадей, 45 коров, 46 овец, 15 коз. Цифры о поголовье скота, как видно, не большие; они не могут свидетельствовать о рентабельности хозяйства. Видимо, поэтому жители занимались бортничеством (14 бортей) и пчеловодством (16 ульев).

По данным историка Шайбакова Р.Г. в картах XVIII в. деревня имела название Колманово, потом – Сыскан. Чурко М.Ф. в своей книге «Исторический очерк Тамьян-Катайского кантона приводит родословную Габдюка Нураевича Яугаснина, служившего кантонным помощником в начале XIX века и дает версию, что основой второго названия деревни является имя данного человека. Во второй половине XV в. появилось Катайское племя, в XVI в. Западными соседями стали табынцы, на севере кузейцы — ветвь племени Мин, восточными соседями — тамъянцы, южными – бурзянцы и кипчаки.

Примерно в 1880-1885 гг. около деревни французские промышленники добывали руду – бурый железняк. Жители села работали по найму на руднике, стали строить добротные дома, на высоком берегу построили мечеть.

После революции в 1918-1919 гг. разведотряд армии Блюхера с запада со стороны Архангельска и отряд белогвардейцев с востока встретились в деревне и был бой. Отряд красных обосновался на горе Кызылташ на левом берегу, белые – на равнине, на правом берегу. Это было в мае месяце – в период большого половодья. Обе стороны отбирали у жителей скот на питание, лишь немногие сумели сохранить животных, спрятав их в лесу.

Во время обработки земли до сих пор в огородах находят патроны (гильзы) использованные и неиспользованные, винтовки, пулеметные ленты, пряжки от ремней, штыки.

На горе Кызылташ в 1975 г. учащиеся нашли сумку с боевыми патронами, эти находки хранятся в краеведческом уголке школы.

В 1918 г. начала работать советская школа. Первым учителем был назначен Абдрахманов Абдулла. В первое время обучали на основе латинской графики, позже на современной. В 1930 году пытались организовать колхоз. Распахали все имеющиеся поля, посеяли рожь, пшеницу, но на глине ничего не выросло. Образовали артель «Смычка».

Заготавливали сани, телеги, дуги, оглобли, мочало, мешки из циновки, сплавляли лес, собирали семена деревьев, желуди, шишки, хмель, из коры липы товарную лубянку, топорища, черенки для лопат, сажали лес на вырубках, выращивали картофель, работала бригада охотников.

В 1973-77 гг. строилась железная дорога. Хотя она была электрифицирована, деревня была без света. Только в 1982 году силами района и самих жителей провели освещение. После ознакомления с обстановкой, с условиями жизни и быта деревни правительство Республики приняло соответствующее решение. По Указу президента за короткий срок была построена школа (социальный центр, там разместились клуб, библиотека, медпункт).

Есть объекты природы: гора «Рудниковая» (ран. Назв. Артылыш»), «Ялангас» («Лысая гора»), «Кызыл-таш», «Сыр-Ташы»)

(История сел и деревень Башкортостана. –Уфа: Китап, 1998.-с..90)

Ауылым тарихы—халҡым тарихы

Һәр ауылдың үҙ тарихы,үҙ яҙмышы. Ғәбдөк ауылы Белорет районының төньяҡ өлөшөндә бейек-бейек тау теҙмәләре ҡуйынында урынлашҡан. Әле 170-ләп хужалыҡ иҫәпләнә. Шатлыҡҡа күрә, ауылыбыҙ йылдан-йыл үҫә, йәш ғаиләләр үҙ төйәгендә нигеҙ ҡора,яңы йорттар ҡалҡып сыға, ауыл төҙөкләндерелә, күркәмләнә. Борон-борондан шөғөлләнгән балыҡсылыҡ, ҡортсолоҡ, урмансылыҡ, һунарсылыҡ, оҫталыҡ кәсептәрен ташламай.

Ауыл ике исемдә йөрөй. Боронғо йылъяҙмаларҙа, документтарҙа “Габдюк” тип исемләнә, ә йәнле һөйләштә “Сысҡан” тип йөрөтәләр.

Халҡы тураһында

Ауыл халҡы Ҡатай ҡәбиләһенең Инйәр ҡатайҙары ырыуына ингән Ҡатай ҡәбиләһе 6 ырыуҙы берләштергән. Хәҙерге ваҡытта “Ҡатай” атамаһы төрлө урындарҙа осрай. Ҡатай ҡәбиләһе сығышы менән ҡараҡатай ҡәбиләһенә барып тоташа. ХIII быуатҡа тиклем ҡараҡатай империяһы булған. ХIII быуатта улар Сыңғыҙ хан тарафынан буйһондоролғандар, күптәре далаларға ҡасҡан.

Р. Г. Кузеев ҡатайҙарҙың әлеге территорияға күсеүен ХIV быуат аҙағында, тип аңлата. Ҡатайҙар тәүҙә Ағиҙелдең урта ағымында һәм Инйәр буйҙарының тамағын, урта өлөшөн биләһә, аҙаҡтан табын ҡәбиләләре менән талаша һәм хәҙерге Белорет районы территорияһына күсә.

Ҡыҫҡа мәғлүмәттәр:

1847 й.            101 ир-ат     88 ҡатын-ҡыҙ       13-20 хужалыҡ

1859й.             102 ир-ат        99 ҡатын-ҡыҙ   21 хужалыҡ

1920й.              93 ир-ат        99ҡатын-ҡыҙ

1984 й.                                                                          132 хужалыҡ

1982й.  “Ильич лампалары” тоҡана

54 яугир Бөйк Ватан һуғышында ҡатнаша,33-ө яуҙа һәләк була.

Герой –әсәләр(10 һәм 10-дан күберәк бала)

Мәһәҙиева Хәмиҙә

Мөхәмәтйәнова Сәхирә

Мөхәмәтйәнова Әҡлимә

Мөхәмәтйәнова Зәкиә

Саликова Фәүзиә

Мәхәмәтшина Ләлә

Рахматова Сания

Баязитова Гөлминур

Ғәлиәкбәрова Мәрфуға

2000-се йылдарҙа(5 һәм 5-тән күп бала)

Камалетдинова Илмира

Мөхәмәтйәнова Луиза

Тәҡиуллина Римма

Саликова Ләйсән

Ғилманова Ләйсән

Ғәлиәҡбәрова Лира

«Спат-тара»ойошмаһы

Ауылды заманында һаҡлап ҡалған ойошма “Спаттара” тураһында. Ул ойошма Мәскәүгә ҡарай. Урындағы контораһы Архангел районы үҙәгендә була. Тәүҙә артель дөйөм хужалығы иҫәпләнә. Урман кәсебе менән шөғөлләнә: ағас әҙерләү, йүкә төшөрөү, арҡан ишеү, таҡта бысыу, аҙаҡтан икмәк йәшниктәре, имән бағаналар әҙерләү (болбан) —лотоктар эшләү менән мәшғүл. Ойошма ҡарамында 4-5 дизель тракторы, “Треловочный” тракторы (халыҡса “тәрләүәшнәй”), таҡта ярыу цехы (пилорама) була. Ошо дизель аша ауылға тәүге яҡтылыҡ бирелә. Электр уты тәүлектең иртәнге 7-9, кисен 5-11 сәғәттәрҙә бирелә. Электрик—махсус белемле Исламов Зәйет, пилорамсы—Мөхәмәтйәнов Шаймырҙан, тракторсы—Закиров Әхәт, Йыһангиров Вәкил, Саликов Муса. Улар эштән һуң Йөйәк, Ғәбдөк халҡына йорт төҙөү өсөн ағас сығара, таҡта яра.

Ойошма ҡарамағында шулай уҡ 40-лап ат көсө иҫәпләнә. Ат ҡараусы Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Әхмәҙғәлим Нәжметдинов була.

“Спат-тара”ла ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй. Арҡан ишәләр, ҡап һуғалар, бамазуктар әҙерләйҙәр. Хөрмәт менән иҫкә алырлыҡ инәйҙәребеҙ Ғәлләмова Сабира, Ғәлләмова Саима, Мөхәмәтйәнова Сәмсиямал, Баязитова Мәхмүзә, Мәһәҙиева Файҙа, Йомағужина Сания, Ибраһимова Тәнзилә, Йыһангирова Хәлимә күптән гүр эйәләре инде. Саликова Сәйҙә һәм Баязитова Мәхмүзә инәйҙәр ярһып торған Инйәр буйлап һал ағыҙған, ҡыуғын ҡыуған.

Хужалыҡта шулай уҡ 9-10-ар йәшлек балалар Баязитов Ғиззәт һәм Хәйрулла, Фәтҡуллин Шәрифулла, Абдрахманов Шәрифулла, Шөғәйепов Насретдин бабайҙар хеҙмәт юлын башлайҙар. Рахматов Исламетдин, Хөсәйенов Арҫланғәле, Йыһангиров Фәсхетдин бабайҙар ҙа шунда эш башлай.

Эшселәрен аҙыҡ-түлек менән тәьмин итергә һуңғараҡ үҙ лавкаһы ла булдырыла. Тауар Архангель ҡасабаһынан үҙ йөк машиналарында килтерелә. Һатыусы булып һуғыш ветераны Мирсаяф Саликов, һуңынан Шәйхислам Йомағужин, Шәфиҡ Йосоповтар эшләне. Хужалыҡ менән Ғәлиуллин Исламетдин, аҙаҡтан Мырҙағилдин Фәрит етәкселек итте.

Мәҙәниәт,мәғариф өлкәһе

Ауылда яңыса тәүбашлап Абдрахманов Абдулла уҡыта башлай. Аҙаҡтан уның улдары Мозафар, Хызыр юғары белем алып, атаһы эшен дауам итәләр. Ноғоманов Рәшит Ленинградта тарих факультетын тамамлап ҡайта. Закирова(Хөсәйенова) Рәшиҙә физкультуранан тәүге белгес була. Әйүпова Сәйҙә Хәтип ҡыҙы рус теленән уҡыта. 1968 йылда Белорет медицина училищеһын тамамлаған Фәтҡуллина (Әйүпова) Рәсимә эшкә тәғәйенләп ебәрелә. Хеҙмәт юлын бер урында үтеп, хаҡлы ялға шунан сыға. Ауылдаштары уға оло рәхмәтле. Уға тиклем фелдьшерҙар килеп-китеп тора. Байтаҡ йылдар Фәриҙә Ноғоманова ла Ғәбдөктә эшләп, халыҡтың абруйын яулай.

Ағалы-ҡустылы Хәким һәм Хәлит Ғилмановтар мәҙәниәт өлкәһендә эшләнеләр. Хәким Ғилманов клуб мөдире булды, һәр саҡ концерттар, спектаклдәр ойошторҙо, ә ҡустыһы Хәлит Инйәрҙән, Белореттан йәйәүләп йөрөп кинотаҫмалар ташыны, кино күрһәтте. Халыҡ киноға күпләп йөрөй, ултырырға эскәмйәләр етмәгәнлектән, хатта яҡын-тирәлә йәшәүселәр үҙ эскәмйәләрен күтәреп килә. Кистәрен кинонан һуң ауыл ир-аттары шашка, шахмат, бильярд, домино уйнай.

Халыҡ аң-белемгә, мәҙәниәткә ынтылды: бик теләп китапханаға йөрөнө, радиопостановкалар тыңланы, матбуғат баҫмаларын алдырып уҡыны. Абайдуллин Мәүлит почта ташыны. Транспорт, юлдар булмауға ҡарамаҫтан, юғары уҡыу йорттарында уҡып белем алыусылар байтаҡ: Йосопова Фирҙәүес, Ноғоманова Гөлира, Ноғоманов Рәшит, Абдрахманов Хызыр, Мозафар, Хәмзә, Сафалар, Хөсәйенова Рәшиҙә, Мырҙағилдин Радик, Ибраһимов Ғәлимйән

Йәшәйеш

Сельпо магазины мөдире булып оҙаҡ йылдар Мөхәмәтшин Минһажетдин эшләне, халыҡты көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итте. Етешмәгәнен халыҡ Орсоҡ тауы аша йәйүләп күрше Архангел районы Ҡарағай ауылынан ташыны. Шул ваҡытта уҡ Ғәбдөк өйҙәре төҙөк, буялған, хәлдәренсә заманса мебелдәр менән йыйыштырылған булды.

…Һәм бөгөнгөһө

Ауыл йылдам үҫә. Заманса мәктәп, китапхана, телефон, һыу каналы, интернет селтәре, спутник-антенналар, урамдарҙа таш юл, йорт һайын машина- тракторҙар һ.б,һ.б.

2005 йылда ауылда 88 урынға иҫәпләнгән заманса йыһазландырылған 2 ҡатлы яңы мәктәп, китапхана, фельдшер-акушер пункты асылды. Шул уҡ йылда телефон бәйләнеше, урамдарға һыу үткәрелде. 2011 йылдан ауыл китпханаһы заманса технология менән тәьмин ителде(модельный).